06:25 (UTC+5), 21 Ноябрь 2016

Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәрҙе.
– Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәйбәт темптар менән үҫешә. Быйыл июнь айында Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты Артур Николаевич Чилингаров етәкселегендә Рус география йәмғиәте Төбәктәр советының тәүге ултырышын уҙғарыу урыны итеп Өфө осраҡлы һайланмаған. Былтыр республика беренсе Бөтә Рәсәй географик диктантын ойоштороуҙа иң әүҙемдәрҙең береһе булды. Быйыл иһә ошондай диктантта ҡатнашыу өсөн майҙансыҡтар һаны буйынса икенсе төбәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төбәк бүлексәһенә ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Аңлашыла: йыйылған мәсьәләләрҙе бер йәки ике йыл эсендә генә хәл итеп булмай. Ҡайһы бер структураларҙың эшен үҙгәртергә кәрәк. Әммә был процесс өсөн ваҡыт талап ителә.
Башҡортостан илдә ЮНЕСКО башланғысы буйынса геологик парк асылған тәүге төбәктәрҙең береһе буласаҡ, тип билдәләне республика Башлығы. Әлеге ваҡытта уға ниндәй объекттарҙың инәсәге билдәләнә.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин 2016 йылда башҡарылған эш тураһында отчёт тәҡдим итте.
Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла йәмғиәттең урындағы бүлексәләре эшләй, уларҙың күпселеге ҙур әүҙемлек күрһәтә, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, Дәүләкәндәге бүлексәлә Рус география йәмғиәтенең музейы булдырылған, атап әйткәндә, минералдарҙың уникаль коллекцияһы урын алған. Әбйәлилдәге бүлексә биләмәне таҙартыу һәм браконьерҙарға ҡаршы көрәш менән уңышлы шөғөлләнә. Белорет бүлексәһе иһә география уҡытыусыларының беренсе республика слётын үткәреүҙә ярҙам итте. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер бүлексәләр тик ҡағыҙҙа ғына. Райондарҙа эште әүҙемләштереү өсөн төбәк бүлексәһенең дөйөм йыйылышы уҙғарылған, унда төп бурыстар билдәләнгән.
Камил Йыһаншин Башҡортостан Башлығына һәм республика Хөкүмәтенә Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәте башҡарған эштең мөһимлеген билдәләне һәм Попечителлек советының күсмә ултырышын үткәрергә тәҡдим итте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика