Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2016, 09:28
Алдағы көндәрҙә төбәктә 15-20 градусҡа тиклем һыуыта
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 ноябрҙә республикала көндөң һыуытыуы көтөлә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, республикала көн аяҙлы-болотло буласаҡ.
Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ фаразлана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 0-5 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 7-12 градус, аяҙытҡанда 15-20 градус һыуыҡ. Көндөҙ бер аҙ йылыта — 3-8 градус һалҡын.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ноябрҙең беренсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 2 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Теги:
һауа торошо
Читайте нас