09:50 (UTC+5), 21 Октябрь 2016

Өфөнөң ботаника баҡсаһында никах теркәргә мөмкин

Ботаника баҡсаһы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөнөң ботаника баҡсаһында күсмә никах теркәүҙәр уҙғарыу өсөн майҙансыҡ асылды. Хәҙер парҙар күркәм тәбиғәт мөйөшөндә тантана үткәрә ала. Был хаҡта ойошманың сайты хәбәр итә.
Ботаника баҡсаһында йәштәр өсөн матур аркалар һәм эскәмйәләр менән махсус майҙансыҡ булдырылған. Композиция байрамса аҡ төҫтә биҙәлгән. Бында тантана үткәрергә генә түгел, фотоға төшөргә лә мөмкин.
Бөгөн илдә ЗАГС бүлектәренән тыш матур тәбиғәт мөйөшөндә никах теркәүҙәр популярлыҡ яулай бара. Был — Өфөләге икенсе ошондай майҙансыҡ, былтыр йәштәр өсөн тәүгеләрҙән булып лимонарий үҙ ишеген асты.
Башҡортостанда рәсми күсмә никах теркәүҙәр 2011 йылдан рөхсәт ителде. Республиканың ЗАГС идаралығы ошондай тантана үткәреү өсөн беренсе килешеүҙе Конгресс-холл һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы менән төҙөнө. Һуңынан Өфө театрҙары ла ҡушылды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика