ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары төҙөкләндереү буйынса конкурстың алты номинацияһының бишәүһендә призерҙар иҫәбендә, тип
хәбәр итә РБК-Өфө. Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы илдең иң төҙөк тораҡ пункты конкурсы йомғаҡтарын иғлан итте. Алты номинацияла 24 ҡала һәм ауыл еңеүсе тип танылды.
Алдан хәбәр ителгәнсә, төбәктәрҙең баш ҡалалары араһында дүрт еңеүсе иҫәбендә Өфө лә бар. Ул Хабаровск менән икенсе урынды биләй, беренселә — Ставрополь, өсөнсөлә — Красноярск. Хәҙер башҡа категорияларҙа Өфөгә республиканың тағы ла биш тораҡ пункты өҫтәлгән.