Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:28 (UTC+5), 30 Сентября 2016

Өфөлә республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Эдуард Дилмөхәмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 30 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә хөкүмәт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Ул бүләкләнеүселәргә Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Дәүләт наградаларына 42 кеше — сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды. Улар араһында ауыл биләмәләре башлыҡтары, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, предприятие директорҙары, крәҫтиән хужалығы, агрофирма етәкселәре, төҙөлөш тармағы, сауҙа хеҙмәткәрҙәре, табиптар бар.
«Бөгөн бында төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙы, асыштарығыҙҙы, тырыш хеҙмәтегеҙҙе танымау мөмкин түгел. Һөнәри оҫталығығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ менән лайыҡ һеҙ бөгөнгө бүләктәргә. Һәммәгеҙҙе лә юғары профессионализм, яуаплылыҡ, илһөйәрлек сифаттары берләштерә. Һеҙ башҡа һөнәр эйәләре өсөн дә матур өлгө булып тораһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Сергей Молчанов. — Һеҙ — Башҡортостандың алтын фонды, беҙҙең төп капиталыбыҙ, беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ. Һеҙҙең арҡала бөгөн республикабыҙ бөйөк Рәсәйҙең уңышлы төбәге һәм ышаныслы терәге булып тора. Башҡортостан иҡтисадтың һәм ижтимағи-сәйәси тормоштоң реаль секторында, төҙөлөш, инвестиция, социаль яҡлау, мәшғүллек, медицина, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, фән, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Һис шикһеҙ, бында һеҙҙең тос өлөшөгөҙ бар».
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика