Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
09:26 (UTC+5), 30 Август 2016

Төбәктә Греция инвесторҙары халыҡ-ара экологик үҙәк төҙөргә ниәтләй

Ынйы Шафиҡова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йәрмәкәй районында эш сәфәре менән Грецияның Милли экологик тикшеренеүҙәр үҙәге делегацияһы (РАКОЕ) булып китте. Уларҙың маҡсаты экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн шарттарҙы өйрәнеү ине. РАКОЕ президенты профессор Панайотис Христодулакис һәм ойошманың төп ғилми хеҙмәткәре профессор Панайотис Яннакопулос делегация составында булды.
Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар етештереү, инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, район активы менән муниципалитет биләмәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Делегация Йәрмәкәй һыу һаҡлағысын, таҙа тоҡомло аттар үрсетеү менән дан тотҡан «Родина» агрофирмаһын, «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡымыҙ етештереү цехын ҡараны.
Эш сәфәре Казбей биләмәһендә тамамланды. Күпсәнәй йылғаһы буйында урынлашҡан элекке ҡасабала эшҡыуар Юрий Макаров эсәр һыу етештереүсе цех асҡан. «Кристальный родник» һыуының сифатына 94 анализ яһалған.
Греция инвесторҙары район менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Атап әйткәндә, «Кульчум» студент һауыҡтырыу лагерында халыҡ-ара экологик үҙәк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика