05:14 (UTC+5), 08 Июнь 2016

Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр советы ултырышында сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәте Төбәктәр советының күсмә ултырышында сығыш яһаны. Унда Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты Артур Чилингаров ҡатнашты.
– Беҙ Рус география йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был эш ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын өсөн тырышабыҙ, – тине республика етәксеһе. – Барлыҡ муниципалитеттарҙа һәм ҡала округтарында йәмғиәттең урындағы бүлексәләре булдырылған. Ошо йәһәттән беҙ илдә тәүгеләрҙең береһелер, моғайын. Беҙҙең муниципалитеттар һәм ҡала округтары ошондай бүлексәләр булдырыу идеяһын күтәреп алды, һәм бөгөн улар күбәйә. Әле Башҡортостанда Рус география йәмғиәте яҡлылар бик күп.
Башҡортостан Башлығы Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы.
– Йыл ярым элек беҙ Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһе йәһәтенән форматты үҙгәрттек, яңы рәйес итеп Камил Йыһаншинды һайланыҡ. Ул – билдәле сәйәхәтсе, яҙыусы. Бөгөн беҙ бөтөнләй башҡаса эшләй башланыҡ, тип әйтә алабыҙ. Ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, проекттар, тәҡдимдәр, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әле юлдың башы ғына, сөнки был кәрәкле, файҙалы эш. Ул йәш быуынды тәрбиәләү, илдә илһөйәрлекте үҫтереү, республикала сәйәхәт итеү өсөн яңы ҡыҙыҡлы урындар асыу менән бәйле.
– Һеҙҙең бүлексә ошоға миҫал булып тора. Рус география йәмғиәте был бүлексәгә бар яҡлап ярҙам күрһәтә, – тине Артур Чилингаров. – Республика Башлығы менән тура бәйләнеш булыуына бик шатбыҙ. Йәштәр үҙҙәренең илен белергә тейеш. Илде белеү өсөн профессионалдар, ирекмәндәр бар. Улар донъяла булмаған ҡыҙыҡлы урындарҙы күрһәтә ала.
Ултырыш барышында Рөстәм Хәмитов менән Артур Чилингаров Башҡортостан һәм Рус география йәмғиәте араһында үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ географияны һәм уға оҡшаш фәндәрҙе өйрәнеүгә, ғилми, экологик, социаль, белем биреү, мәҙәни һәм башҡа программаларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлы менән Башҡортостанды үҫтереүгә, тыуған төйәккә, уның тарихына һәм тәбиғәтенә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе 1954 йылда ойошторолған. Эске туризм өсөн шарттар тыуҙырыу, яңы маршруттар асыу, ошо өлкәгә инвесторҙар йәлеп итеү – уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә. Яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин – 2014 йылдан алып бүлексәнең рәйесе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика