ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң яҡшы тапшырыуҙары Ҡытайҙа күрһәтелә, республика тамашасылары иһә Ҡытай журналистары әҙерләгән программаларҙы ҡарай ала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡытайҙың
«ССTV-Русский» телеканалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Каналдарҙың мәғлүмәттәр, танып-белеү программалары һәм документаль фильмдар менән алмашыуы күҙ уңында тотола. Республиканың төп телеканалында Ҡытай хәбәрселәренең фән һәм инновация өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында тәүге сюжеттары эфирға сыҡты. Башҡортостан журналистарының «Газ. Нефть. Технологиялар» форумы һәм Волга буйы федераль округы делегацияһының Ҡытайға сәфәре тураһында материалдары «ССTV-Русский» телеканалы эфирына индерелгән.