«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, быйыл йәйге Өфөнө яратыусыларҙың күбеһе — Германияла. Шулай уҡ 2016 йылда Канада, Швеция, АҠШ, Израиль, Норвегия, Бөйөк Британия, Дания, Испания, Чехия илдәрендә йәшәүселәр араһында Башҡортостандың баш ҡалаһында ял итеү бик популяр. Былтыр июнь-август айҙарында Өфөлә Канада, Германия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Бөйөк Британия, АҠШ, Италия, Испания, Израиль, Дания, Төркиәнән килгән туристар күп булған.