Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
09:40 (UTC+5), 27 Апреля 2016

Башҡортостанда өс балаға «Ҡайнар йөрәк» билдәһе тапшырылды

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда өлкәндәргә хас ҡаһарманлыҡ ҡылған өс бала федераль наградаларға лайыҡ булды. «Ҡайнар йөрәк» билдәләрен республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов тапшырҙы.
Туғыҙ йәшлек Айгөл Шәфиева үҙенең ғаиләһен генә түгел, Благовар районы Таллыкүл ауылын да ҡот осҡос фажиғәнән ҡотҡарған. Мәктәп уҡыусыһы ҡустыһы менән һеңлеһен янған йорттан алып сыға, һуңынан уларҙы өләсәһе менән ҡалдырып, башҡаларға бәлә хаҡында хәбәр итергә йүгерә. Бөгөн Шәфиевтар ғаиләһе ауылдаштары ҡарамағында йәшәй, урындағы хакимиәт тә ярҙам күрһәтә.
Тағы ике үҫмер — Белорет районынан 12 йәшлек Арсен Нәжметдинов һәм Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек Михаил Алексеев һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн награда алды. Андрей Чечеватов ҡыйыу балалар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе.
«Ошондай һоҡланғыс балаларҙы күргән саҡта изгелеккә ышанаһың. Мин тәү сиратта уларҙың ата-әсәләренә, туғандарына һәм яҡындарына рәхмәт әйтәм. Әлбиттә, балаларға ҙур рәхмәт! Бөгөн илебеҙҙә геройҙарҙың күбәйеүенә ышанаһы килә», — тине Баш федераль инспектор.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика