Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:20 (UTC+5), 20 Апреля 2016

Тәүлек эсендә Өфө янында Ағиҙел йылғаһы 17 сантиметрға күтәрелгән — Башгидромет

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Тәүлек эсендә Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы 17 сантиметрға күтәрелгән. Уның кимәле 703 сантиметр тәшкил иткән. Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел 10 сантиметрға артҡан — 785 сантиметр, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы тәүлек эсендә 8 сантиметрға күтәрелгән, кимәле — 317 сантиметр. Башгидромет иртәнге сәғәт 8-гә шундай мәғлүмәттәр бирҙе.
Күҙалланыуынса, 17-23 апрелдә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыу ташыуы көтөлә, был йыл да ҡабатланып килгән ваҡыттан 6-11 көнгә иртәрәк. Өфө янында Ағиҙелдең кимәле 730-830 сантиметрға етәсәк. Ҡариҙел — 760-860, Дим 580-680 сантиметрға күтәреләсәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Марат Латипов башҡарма властың территориаль органдары етәкселәре менән координация кәңәшмәһендә ташҡынға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.
«Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, ял көндәрендә һыу кире ҡайта башлаясаҡ», — тип хәбәр итте республиканың төп ҡотҡарыусыһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика