Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2016, 17:48
Баш ҡалала 825 урынға иҫәпләнгән яңы дүрт ҡатлы мәктәпкә тәүге нигеҙ ташы һалынды
Роман Хәкимов
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Кесаҙна, 18 февралдә, Өфөләге «Дим-8» биҫтәһендә буласаҡ директор Рәмил Фәйезов һәм биш йәшлек Богдан яңы мәктәпкә тәүге нигеҙ ташын һалды.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 825 урынлыҡ дүрт ҡатлы мәктәптә иркен кластар, бассейн, ике спорт залы, 500 урынлыҡ тамашалар залы буласаҡ. Уҡыу бинаһы биләмәһендә ҙур стадион барлыҡҡа киләсәк. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым инеү урыны булған блок төҙөләсәк. Дәрестәрҙән һуң ял итеү өсөн оҙайтылған көн төркөмдәре өсөн йоҡо бүлмәләре ҡараласаҡ.
Теги:
төҙөлөш
мәктәп
төҙөкләндереү
Читайте нас