Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:35 (UTC+5), 11 Февраля 2016

Өфөлә «Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» паркы барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөнөң Калинин районында «Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» паркы барлыҡҡа киләсәк. Кисә Халыҡтар дуҫлығы йортонда милли-мәҙәни берекмә етәкселәре менән уҙған кәңәшмәлә инвалидтарҙың район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Аллағужин парктың проектын тәҡдим итте. Проект республика милли диаспораһының берҙәмлеген һәм тыныс шарттарҙа үҙ-ара эш итеүен сағылдырыусы үҙенсәлекле символға әүерелергә тейеш.
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә йәмәғәт берекмәләренең 2016 йылдағы эшенең мөһим мәсьәләләре тикшерелде. Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова халыҡтарҙың милли-мәҙәни мираҫын, телдәрҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур саралар хаҡында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы вәкиле Зарина Вәлиева быйыл ғинуар айында уҙғарылған өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларының «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсы тураһында һөйләне. «Этно-культурология» номинацияһы буйынса туғыҙ милли йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашты, тип хәбәр итте ул.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика