09:00 (UTC+5), 04 Февраля 2016

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ҡыҙыл төймә» яңы интерактив тапшырыуы башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ҡыҙыл төймә» тип аталған яңы интерактив тапшырыу башлана. Проекттың тәүге сығарылышы йәкшәмбе, 7 февралгә, билдәләнгән. Тамашасыларҙы киҫкен мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн фекер алышыу майҙансығына саҡыралар. Һәр эксперт үҙ фекерен әйтәсәк. Өс раунд барышында оппоненттар үҙҙәренең позицияһын яҡларға тейеш.
«Программала мөһим мәсьәләләр күтәреләсәк: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, мәғариф системаһы реформалары, хаҡтарҙың артыуы, коррупция — беҙҙең өсөн тыйылған темалар юҡ!», — ти проектты алып барыусы Азамат Моратов.
Студия ҡунаҡтары — республикала йәшәүсе ябай кешеләр кемдең фекере ышандырырлыҡ икәнлеген тауыш биреү ярҙамында хәл итә. Бер юлы телевизор ҡараусылар ҙа тауыш бирә. Һәр тапшырыуҙың аҙағында алып барыусы ҡыҙыл төймә янасаҡмы икәнлеген билдәләй.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Ҡыҙыл төймә» — республиканың төп телеканалындағы берҙән-бер үҙгәреш түгел. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның ижади коллективы бер нисә яңы телепроект өҫтөндә эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика