Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2016, 13:09
Баш ҡалала күп профилле мәғлүмәт-туристик үҙәге булдырылды
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Республиканың баш ҡалаһында «Өфө» күп профилле мәғлүмәт-туристик үҙәге булдырылды. Ойоштороусыһы — ҡала хакимиәте. Директорҙар советы составына Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре инде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
«Предприятиеның эшҡыуарлыҡ идеяһы нигеҙендә — ҡала инфраструктураһы һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһе мөмкинлектәре менән туроператорҙарҙың төрлө өлкәләрҙә туплаған тәжрибәһен берләштереү. Ошо нигеҙҙә ҡулланыусыларҙың талаптарын иҫәпкә алып яңы туристик продукттар булдырыласаҡ. Медик-рекреацион, спорт, мәктәптәге һөнәри йүнәлеш, мәҙәни, ғаилә туризмы өлкәләренә ҙур өмөттәр бағлана. Зыянһыҙ эшләү үҙәк эшенең иҡтисади принцибы булып тора, сөнки ул туристик баҙарҙың бөтә уйынсылары менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн асылған», — тип һөйләне үҙәктең генераль директоры Олег Педь.
«Туристик үҙәк булдырыу идеяһы күптән тыуғайны. Уның эшмәкәрлеге урындағы туроператорҙарҙы төрлө туристик форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа күрһәтеүгә йүнәлтелергә тейеш», — тип билдәләне төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов.
Теги:
төҙөкләндереү
төҙөлөш
туризм
Читайте нас