Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2016, 15:14
Ял көндәрендә республикала һалҡынайта, әммә яуым-төшөм аҙ буласаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ял көндәрендә Башҡортостанда көндәр һалҡынайта, әммә яуым-төшөм аҙ буласаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шәмбе һәм йәкшәмбелә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. 16 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -9,-14 градус тәшкил итәсәк, аяҙайтҡанда -20 градусҡа тиклем, көндөҙ -8,-13. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
17 ғинуарҙа еңелсә буран сығыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Төндә термометр бағанаһы -15,-20 градусҡаса төшәсәк, аяҙайтҡанда -25, көндөҙ -7,-12, көнсығышта -16 градусҡа тиклем.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Теги:
һауа торошо
Читайте нас