Конкурстың рәсми
сайтында хәбәр ителеүенсә, стюардессаларҙы тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына баһаламағандар. Ҡыҙҙарға үҙ эшенең оҫтаһы булыуын күрһәтергә тура килгән. Бигерәк тә экстремаль хәлдәрҙә эш итеүгә ҙур иғтибар бирелгән. Ҡатнашыусылар инглиз телен, самолеттың авария-ҡотҡарыу ҡорамалдарын, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, һауа судноһы бортында сервисты ойоштора белеү буйынса тест үткән. Һуңғы әңгәмәләшеүҙә улар жюри ағзаларының төрлө һорауҙарына яуап биргән.