ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Рәсәй экологияһы» федераль инфраструктура проектына
старт бирелде. 25 августа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында акцияны башлау буйынса кәңәшмә үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикалағы экологик проблемаларҙы тикшерҙе, проектты тормошҡа ашырыу стратегияһы һәм эшсе төркөм составы тураһында һөйләне. Кәңәшмәгә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы һәм Өфө ҡалаһы Советы депутаттары, «Йәш гвардия»ның төбәк штабы ағзалары, ҡала предприятиелары етәкселәре килде.