Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2015, 16:45

«Башҡортостандың 100 һылыуҡайы-2015» конкурсында Салауат ҡалаһынан 18 йәшлек студент ҡыҙ еңеү яуланы

«Башҡортостандың 100 һылыуҡайы-2015» проекты төркөмөнән
«Башҡортостандың 100 һылыуҡайы-2015» проекты төркөмөнән
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Башҡортостандың 100 һылыуҡайы-2015» конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйге төбәктә икенсе тапҡыр уҙғарылды, сараны ойоштороусы — «Мисс Башҡортостан» модель агентлығы.
Һылыуҡай тажын, iPhone, шулай уҡ Ҡытайҙа үтәсәк «Мисс донъя моделе» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты Лиана Кулгунина яуланы. Беренсе вице-мисс исеменә Стәрлетамаҡтан 19 йәшлек Яна Кужелева лайыҡ булды. Икенсе вице-мисс — Магнитогорскиҙан 21 йәшлек Светлана Кожаринова. Ул биҙәүестәрҙән тыш, «Мисс Азия-2015» халыҡ-ара конкурсына саҡырыу алды.
Финалға 45 ҡатнашыусы ғына барып етте. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ 100 һылыуҡайҙы йыя алманыҡ. Киләһе йылда маҡсатҡа ирешербеҙ, тип уйлайбыҙ», — тип билдәләне «Мисс Башҡортостан» модель агентлығы директоры Луиза Закирйәнова.
Бәйге шарттары буйынса Башҡортостандың тәүге 10 сибәре абруйлы халыҡ-ара һәм төбәк гүзәллек конкурстарында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас