ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда 30 муниципаль берәмек терегөмөшлө лампалар йыйыу һәм уларҙы ташыу буйынса килешеүҙәр
төҙөгән. «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы үткәргән мониторингка ярашлы, Өфө, Баҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары — беренсе класлы хәүеф тыуҙырыусы ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса программа лидерҙары араһында.