Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2015, 16:54

Республика балалары Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүл буйында ял итә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан балалары Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүл буйында урынлашҡан «Ден-Соолук» һауыҡтырыу үҙәгендә ял итә.
Уҡыусылар өсөн төрлө, бай программа: спорт уйындары, эстафеталар, ижади конкурстар, дискотекалар әҙерләнгән. Саф һауа һәм Ысыҡкүлдең шифалы һыуы балаларға һаулыҡтарын нығытырға мөмкинлек бирә, улар ял итеп, яңы уҡыу йылы алдынан көс туплаясаҡ. Бынан тыш, ҡайтҡанда Мәскәүҙә уҡыусылар өсөн экскурсия ойоштороласаҡ. 3 августан 4-нә ҡарай төндә улар өйҙәренә ҡайтасаҡ.
2 июлдән 22-нә тиклем Ҡырғыҙстандан килгән балалар А.П.Чехов исемендәге һауыҡтырыу шифаханаһында асылған «Йәйләү» Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү лагерында ял итте. Уҡыусылар өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторолдо, улар «Ағас архитектура төҙөлөшө» күргәҙмә-йәрминкәһен һәм башҡа сараларҙы ҡараны.
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында балалар алмашыу ял итеүҙе һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек сиктәрендә республика Мәғариф министрлығының башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла.
Читайте нас