Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
10:37 (UTC+5), 11 Июня 2015

«Тамыр» телеканалы тапшырыуҙары — «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале еңеүселәре

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивалендә «Тамыр» телеканалының эше дүрт диплом менән баһаланды. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина хәбәр итте.
«Егорҙың тикшереүе. Һыу» тапшырыуы — «Яңылыҡтар донъяһы — балалар күҙлегенән» номинацияһында иң яҡшы яңылыҡтар программаһы, Ләйсән Мәзитованың «Әҙәбиәт. Зәйнәб Биишева» исемле эше әҙәбиәт тураһында иң яҡшы фильм тип танылды.
Йәш уйлап табыусылар хаҡында «Изобретариум» тапшырыуы «Шөғөлдәр донъяһы» номинацияһында өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да жюрийы ҡарары буйынса бер юлы ике наградаға лайыҡ булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тамырҙар ошо фестивалдә беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай. Былтыр улар биш диплом алып ҡайтты. Быйылғы фестивалдә Түбәнге Новгород, Ижевск, Ярославль, Таганрог, Орск, Өфө, Воронеж, Пермь, Екатеринбург, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Украинаның башҡа ҡалаларынан йәш хәбәрселәр ҡатнашты. Профессиональ һәм балалар жюрийы 230 эш араһынан һигеҙ номинацияла еңеүселәрҙе билдәләне. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: бөтә Рәсәй балалар жюрийында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын алып барыусы Сафия Ғайсина эшләне.
Сараны ойоштороусылар — «Карусель» телеканалы ҡатнашлығында, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм Мәскәү хакимиәте булышлығында Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика