ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова, Арина Рәхимҡолова/. «Өфө-Арена» комплексында спорт сараларын транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тәжрибәһе менән алмашыу буйынса халыҡ-ара конференция
бара. Ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең министрҙары етәкселегендә 17 милли делегация һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы, Азия һәм Тымыҡ океан өсөн иҡтисади һәм социаль комиссия, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе кеүек төбәк халыҡ-ара ойошмаларҙың, дәүләт-ара берләшмәләрҙең етәкселәре килде.