Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:51 (UTC+5), 13 Мая 2015

Башҡортостан һылыуы «Мисс Азия-Урал 2015» конкурсында тауыш биреүҙә беренсе урында килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Әлеге мәлдә Башҡортостан һылыуы Венера Байрамғолова «Мисс Азия-Урал» конкурсында интернет аша тауыш биреүҙә беренсе урында бара. Тауыш биреү тамамланды, тип хәбәр итте ойоштороусылар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә. Хәҙер администраторҙар бөтә балдарҙы тикшерәсәк.
Интернет аша тауыш биреү тамамланған мәлгә Венера Байрамғолова 34,9 процент тауыш йыйған. Бүрәт Республикаһы гүзәле унан 0,6 процентҡа ғына ҡалыша. Өсөнсө урында — Ҡаҙағстан вәкиле.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында бүләкләгәндә иҫәпкә алына. «Мисс Азия-Урал» титулын алыу өсөн ҡыҙҙарға Екатеринбургта үтәсәк бәйгелә үҙ һәләттәрен күрһәтергә кәрәк.
Йыл һайын Уралдың баш ҡалаһында «Мисс Азия-Урал» интернациональ гүзәллек конкурсы ойошторола. Быйылғы миҙгелдә Башҡортостан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Татарстан, Тыва, Ҡырғыҙстан, Саха (Яҡут), Бүрәт республикалары вәкилдәре ҡатнаша. Былтыр еңеүсе тажын Ҡаҙағстан вәкиле Асель Кейекбаева яуланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика