Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2015, 12:46

Рөстәм Хәмитов йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән Өфөнөң мәҙәни һәм тарихи мираҫы объекттарын һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән Өфөнөң мәҙәни һәм тарихи мираҫы объекттарын һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Өфөлә йәшәүсе Майя Малина республика Башлығына «иҫке Өфө»нөң үҙәген тергеҙеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Фекер алышыуҙа хат авторынан тыш, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса йәмәғәт советы ағзалары Владимир Захаров һәм Александр Лебедев, шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Өфө мэры Ирек Ялалов ҡатнашты.
Майя Малина Аксаков урамында, мәҙәни мираҫ объекты булып торған йортта йәшәй. Хәҙерге көндә бина йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһына индерелгән. «Иҫке Өфөнөң» тарихи йөҙөн киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу теләге Майя Малинаны хат яҙырға мәжбүр иткән.
– Ҡалабыҙҙа алып барылған «тығыҙ» төҙөлөш мине борсоуға һала, – тип һөйләне Майя Малина. – Уларҙың ҡайһыларына ҡарауы ла ҡыҙғаныс. Киләсәк быуындарға нимә тороп ҡала һуң?
Рөстәм Хәмитов бындай төҙөлөшкә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре менән ризалашты.
Республика Башлығы билдәләүенсә, архитектура ҡомартҡылары булып һаналған йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Ә ҡалған ҡоролмаларҙы элекке хәленә ҡайтарып, йәмәғәт ойошмалары, офистар йәки учреждениеларға тапшырырға кәрәк.
Крайҙы өйрәнеүсе, «Өфөнөң архитектураһын яҡлау» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Владимир Захаров баш ҡалала архитектура һәйкәлдәрен үҙ эсенә алған туристик кластер булдырырға тәҡдим итте.
– Октябрь революцияһы, Гоголь, Аксаков урамдарындағы «Иҫке Өфөнө» хәтерләтеп торған ҡайһы бер ҡоролмаларҙы һаҡлап ҡалыу мөһим, – тине крайҙы өйрәнеүсе.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Туризм һәм коммуникациялар институты «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» кафедраһы доценты Александр Лебедев ҡала төҙөлөшө ҡануниәтенең камил булмауы һәм мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлау һәм тергеҙеү өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә ҡағылды.
Әминә Шафиҡова менән Ирек Ялалов һуңғы йылдарҙа архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау өлкәһендә башҡарылған эштәр һәм яҡын киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа (Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Бәләбәй, Баймаҡ һәм башҡалар), райондарҙа мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын асыҡлау һәм паспортлаштырыу өлкәһендә эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсаларҙы үҙендә туплаясаҡ Архитектура һәйкәлдәрен тергеҙеү буйынса махсуслаштырылған фонд булдырырға тәҡдим итте. Фонд тергеҙеү эштәрен тиҙләтергә мөмкинлек бирер ине. Бынан тыш, фонд аҡсалары иҫәбенә ошо тармаҡ өсөн махсус белгестәр әҙерләргә мөмкин буласаҡ.
2015 йылдың ғинуар айына ҡарата Өфө биләмәһендә 874 мәҙәни мираҫ объекттары теркәлгән. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар инә. Шуларҙың 307-һе Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрына индерелгән, ҡалған 567-һе асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары булып һанала.
Читайте нас: