Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2015, 10:45

Рөстәм Хәмитов: «Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеге республикалағы ижтимағи-сәйәси тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш»

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 апрелдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының II Граждандар форумында ҡатнашты. Ул «Бергәләп эшләйбеҙ!» күргәҙмәһен ҡараны, әүҙем ағзалар менән аралашты һәм форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны.
– Бөгөнгө һөйләшеү асыҡ булырға тейеш. Бында бик әүҙем кешеләр йыйылған. Һеҙ – ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә этәргес биреүселәр, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн көндә Башҡортостанда 5 меңгә яҡын йәмәғәт ойошмалары эшләй, тип билдәләне республика Башлығы. Улар әлегә тулыһынса файҙаланылмаған ижтимағи көс, ҡеүәтле ресурс булып тора.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, хәҙер йәмәғәт үҙидаралығын үҫтереү, граждандарҙың тәүге ойошмаларын булдырыу зарур. Был йәһәттән ҡалалар ғына әүҙемлек күрһәтә.
– Беҙҙең бурысыбыҙ – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һәр муниципалитетҡа, һәр ауылға килеп, урындарҙа социаль, мәҙәни, йәмәғәт тормошо үҫешенә үҙ өлөштәрен индереүгә өлгәшеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Коммерция булмаған ойошмаларҙы финанслауға килгәндә, бағыусыларҙан тыш, аҡса табыуҙың башҡа сығанаҡтары ла бар, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән, былтыр Урал аръяғындағы ете районда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты ғәмәлгә ашырылған, унда юлдарҙы һәм урамдарҙы ремонтлау, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, һыу менән тәьмин итеү буйынса проекттар өсөн аҡсаның бер өлөшөн ауылда йәшәүселәр үҙҙәре йыйған. Федераль министрлыҡтар һәм Рәсәй фондтары үткәргән йәмәғәт ойошмалары проекттары конкурстарында ла ҡатнашырға кәрәк.
Быйыл Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына булышлыҡ итеү өсөн федераль бюджеттан 19 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Бынан тыш, республика «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» федераль программаһы сиктәрендә төбәк программаларын конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса 34 миллион һум күләмендәге финанслау аласаҡ.
Республика Башлығы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың киң мәғлүмәт сараларында бик аҙ яҡтыртылыуын да билдәләне.
Төбәк Башлығы фекеренсә, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙа эшләү уңышлы карьераның нигеҙе булырға тейеш.
– Уҡыу йортон тамамлағас та ниндәйҙер «йылы» вазифа биләү түгел инде. Йәмәғәт ойошмаһында ла эшләп, үҙеңде күрһәтергә кәрәк. Тейешле урында эшләүгә лайыҡ икәнлегеңде күрһәтеү зарур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күп төрлө эшмәкәрлеге республикалағы ижтимағи-сәйәси тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
Читайте нас: