06:35 (UTC+5), 02 Апреля 2015

Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең бурысыбыҙ — квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең тәьҫирле системаһын булдырыу»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 1 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Ултырыш барышында министрлыҡтың 2014 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.
– Һуңғы дүрт йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә сығымдар ике тапҡырға артты. Финанслау өлөшөндә ошондай темптар менән үҫешкән бер тармаҡ та юҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Республика бюджетында һаулыҡ һаҡлауҙың өлөшө 17,5 процентҡа күтәрелде. Былтыр һаулыҡ һаҡлау системаһына федераль, республика бюджеттарынан, Мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан 52 миллиард һум бүленде. Дәүләт тармаҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирә, ҙур күләмдә аҡса йүнәлтә һәм мөһим күрһәткестәрҙең яҡшырыуын көтөргә хоҡуҡлы.
Шуның менән бергә, республика Башлығы һүҙҙәренсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Ғүмер оҙонлоғо буйынса Башҡортостан уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ҡалыша. Төбәк ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында туғыҙынсы урынды биләй.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең түбән сифаты, белгестәрҙең етешмәүе, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә, тармаҡта системалы кадрҙар сәйәсәтенең юҡлығы, шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе һәм реабилитация етешһеҙлектәре, шулай уҡ тармаҡтың түләүле булыуы тураһында һөйләне.
– Дөйөм алғанда, бөтә ерҙә лә тармаҡты түләүлегә әйләндереүгә юл ҡуйырға ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, поликлиникаларҙа, дауаханаларҙа пациенттарҙы бушлай күрһәтелергә тейешле хеҙмәттәр өсөн түләтергә мәжбүр итеүҙәре хаҡында йыш һөйләйҙәр, – тине төбәк етәксеһе. – Мин был осраҡта шундай эштәр башҡарған кешеләрҙе азат итеүҙе талап итәм.
Рөстәм Хәмитовтың министрлыҡтың эшмәкәрлегенә лә байтаҡ һорауҙары йыйылған. Атап әйткәндә, әлеге тиклем ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың эшмәкәрлеген анализлау буйынса системалы эш ойошторолмаған, ентекле статистик материалдар юҡ, етәксе вазифаларға лайыҡһыҙ кандидатуралар тәҡдим ителә.
Республика Башлығы шулай уҡ дауалау учреждениеларына дарыуҙар һатып алыуҙы үҙәкләштереүҙе тәьмин итергә ҡушты.
– Беҙ әлегә ҡыҫҡаса анализ яһаныҡ. Ҡайһы бер препараттарҙың хаҡтары ике-өс кенә түгел, ә ун тапҡырға айырыла. Дауаханаларға ҡиммәтле препараттар алыу менән шөғөлләнеүселәр, һеҙҙең намыҫығыҙ бармы? Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Һуң булмаҫ элек туҡтағыҙ. Хеҙмәткәрҙәрегеҙгә лә дарыуҙарҙан килем алыу иң ауыр енәйәт икәнлеген аңлатығыҙ, быға бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе алдағы осорҙа ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү өсөн медицина берләшмәләрен илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең ыңғай тәжрибәһен иғтибар менән өйрәнергә саҡырҙы.
– Беҙҙең бурысыбыҙ – квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең тәьҫирле системаһын булдырыу, уның сифатын күтәреү һәм республикала йәшәүсе һәр кешегә ошондай ярҙам алыу мөмкинлеген биреү, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика