ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә күренекле сәйәси эшмәкәр Зыя Нуриевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу
тантанаһы булды. Мемориал Башҡортостан Республикаһы йорто эргәһендәге скверҙа урынлашҡан. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала Советы ҡарары менән скверға Зыя Нуриев исеме бирелде. Тантанала республика, ҡала етәкселеге вәкилдәре, дәүләт эшмәкәренең туғандары, Өфө халҡы ҡатнашты.