ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Урал Килсенбаев баш ҡаланың Совет районы башлығы итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән. Ул Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп
тәғәйенләнгән Салауат Бәхтиәров урынына килде.