Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
10:16 (UTC+5), 14 Ғинуар 2015

1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 1 июлдән генә арта. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ирина Васимирская хәбәр итте.
— 2015 йылға тарифтарҙың яйлап артыуы билдәләнгән, Башҡортостан буйынса федераль кимәлдә ҡабул ителгән сикке үҫеш йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмалары буйынса 11,4 процент тәшкил итә, — тип билдәләне Ирина Васимирская. — Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү хеҙмәттәре 22 процентҡа, ә халыҡ өсөн электр энергияһына бер ставкалы тариф 7,5 процентҡа артасаҡ.
Шулай итеп, 1 июлдән ҡала халҡы 1 кВт/сәғәт өсөн 2,55 һум түләйәсәк. Ауылда һәм электр плиталары, электр йылытыу ҡорамалдары ҡуйылған йорттарҙа йәшәүсе граждандар — 1,79 һум. Газ өсөн хаҡ та 7,5 процентҡа күтәрелә.
— Күп йылдар буйына Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар илдә иң түбәне булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт комитеты рәйесе. — Әммә был яҡшы түгел. Ойошма коммуналь ресурстар өсөн сығымдарын ҡапларға тейеш. Шуға күрә хәҙер федераль һәм төбәк кимәлендә тарифтарҙы иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлгә еткереү буйынса эш алып барыла.
Белешмә. 2015 йылдың 1 ғинуарынан илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙә этап буйынса артыусы коэффициенттар ҡулланыла. Ошо сара коммуналь ресурстарҙы иҫәпкә алыусы приборҙар ҡуйыуҙы стимуллаштырыу маҡсатында индерелгән.
Йылытыу, һыуыҡ (эҫе) һыу һәм электр менән тәьмин итеү буйынса коммуналь хеҙмәттәр ҡулланыу нормативтары артыусы коэффициенттарҙы иҫәпкә алып 2015 йылдың 1 ғинуарынан (1,1) 2017 йылдың 1 ғинуарына (1,6) тиклем билдәләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика