Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
11:46 (UTC+5), 12 Декабря 2014

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында участка дауаханаларын һаҡлап ҡалыуҙы талап итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында үҙәк район дауаханаларының участка бүлексәләрен һаҡлап ҡалыуҙы һәм артабан эшләүен тәьмин итеүҙе талап итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов район үҙәгенән 50 километрҙан ашыу алыҫлыҡта ятҡан ауылдарҙа участка бүлексәләрен һәм шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаларын япмаҫҡа ҡушты.
Ошо һорау буйынса ҡәтғи ҡарар райондарҙа йәшәүселәрҙең республика Президентына коллектив мөрәжәғәте нигеҙендә ҡабул ителгән. Район дауаханалары структураларын оптималләштереү сиктәрендә ошо бүлексәләрҙе япҡан осраҡта тиҫтәләрсә кешеләргә, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барырға тура киләсәк. Ә был иһә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатында, демография күрһәткестәрендә сағылыш табасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Башҡортостан Президенты Бөрйән районы Байназар ауылындағы шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаһын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика