09:13 (UTC+5), 09 Декабря 2014

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 20 миллион һум аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға РФ Президенты гранттарын тапшырыу III асыҡ конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан 10 ойошма социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса аласаҡ. Уның дөйөм күләме – 20 миллион һум тирәһе.
Социаль инициативалар конкурсында еңеүсе «Алкоголизмға һәм наркоманияға – юҡ» социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса Коммерцияға ҡарамаған фондтың «Реабилитация үҙәктәре белгестәренең һөнәри яныуын иҫкәртеү юлы менән реабилитация эшмәкәрлеге нәтижәлелеген күтәреү» проектына 3 984 420 һум бүленәсәк.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары, беҙ бергә» проекты өсөн өс, «Өсөнсө быуын» халыҡ университетына 1,9 миллион һум тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа 2936 заявканың 347-һе һайлап алынды.
Проекттар хаҡында тулыраҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү конкурсы сайтында белергә була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика