04:59 (UTC+5), 02 Декабрь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Мин һәр саҡ кешеләр яғында»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 1 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылда Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреү република программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда БР Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ муниципаль берәмектәр башлыҡтары ҡатнашты.
Республика башлығы билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса ҡабаттан иң һөҙөмтәле төбәктәрҙең береһе тип аталды. Уның әйтеүе буйынса, төбәктә күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға тейешле иғтибар бүлеүгә күрә ошондай һөҙөмтә ирешелгән. 2008-2013 йылдарҙа был маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды, республика һәм муниципалитеттар бюджеттары саралары, шулай уҡ халыҡтың түләүҙәре иҫәбенә 10 миллиард һумға яҡын йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта иң әҙерәге торлаҡ хужаларының өлөшө.
Әммә хәҙер федераль ҡануниәттең үҙгәрештәренә ярашлы капиталь ремонтты милекселәр үҙҙәре финанслай. Был сараларҙы туплау, маҡсатлы тотоноуҙы тәьмин итеү өсөн бөтә субъекттарҙа ла төбәк операторҙары ойошторолдо. Уҙған айҙан алып күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр «капиталь ремонт» статьяһы буйынса яңы квитанциялар һәм яңы структура менән килешеү төҙөү тәҡдимдәре ала башланы.
- Хәҙер кешеләргә үҙгәрештәрҙе дөрөҫ аңларға, мәғлүмәти һәм аналитик ярҙам итеү, бөтә һорауҙарға төплө яуап биреү мөһим. Милекселәрҙең үҙ ихтыяждары буйынса тик үҙ йорттарын ремонтлау өсөн дөйөмдән махсус иҫәптәргә күсә алыуҙарын төшөндөрөргә кәрәк. Был уларҙың законлы хоҡуғы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты идара итеүсе компанияларҙың эшенә етди дәғүәләрҙең ҡалыуын айырып әйтте.
- Граждандарҙан күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн, шул иҫәптән капиталь ремонт буйынса хаҡтарҙың нигеҙһеҙ арттырылыуы менән бәйле бик күп мөрәжәғәттәр килә. Кешеләр йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылыштары протоколдарында ҡултамғаларҙы алдап яһау осраҡтары хаҡында яҙа. Бындай алымға юл ҡуйырға ярамай. Бер кемгә лә кешенән көлөргә бирмәйәсәкбеҙ. Шуға күрә идара итеүсе компанияларҙың, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләүсе структураларҙың эшмәкәрлеге өҫтөндә контролде көсәйтәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика башлығы.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин «БР Төбәк операторы» фондын йәлеп итеп республика территорияһында күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороуҙың тәүге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 2014 йылға ҡыҫҡа сроклы программаны ғәмәлгә ашырыу планы раҫланған, уға ярашлы капиталь ремонтҡа 965 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана, шул иҫәптән Торлаҡ-ҡоммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды, республика һәм урындағы бюджеттар, фатир хужаларының саралары иҫәбенә. Өҫтәүенә октябрҙең һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ хужаларынан саралар йыйыу планы ни бары 35 процентҡа үтәлгән.
- Был эште ойоштора алмауҙарын күрһәтә. Кешеләрҙең ошо системаны аңламауҙарын йәки ҡабул итмәүҙәрен. Халыҡҡа бының нимә өсөн эшләнеүен төшөндөрөргә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Өфө һәм Стәрлетамаҡ хакимиәттәре башлыҡтары 2014 йылда уларҙың ҡалаларында Республика капиталь ремонт үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырыу барышы хаҡында һөйләнеләр. Уларҙың фекеренсә, муниципалитеттар «БР Төбәк операторы»на уның эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм подрядсылар, халыҡ менән эш итеүҙә кәрәкле механизмдар булдырыу буйынса бөтә яҡтан булышлыҡ итергә тейеш.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский республика ҡалалары һәм райондары халҡына яңы капиталь ремонт системаһын аңлатыу буйынса эштең әһәмиәтен билдәләне. Республика башлығы йыйылған саралар тураһындағы мәғлүмәтте подъезд стендтарында урынлаштырыуға ҡәҙәр был эшмәкәрлекте көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.
- Кешеләр бөгөнгө көнгә йортто ремонтлауға күпме аҡса йыйылғанын белергә тейеш, – тип баҫым яһап әйтте Рөстәм Хәмитов. – Мин һәр саҡ кешеләр яғында. Иң төп мәсьәлә аҡса йыйыуҙа түгел, ә кешеләрҙең был моделдең дөрөҫлөгөнә инаныуы.
Капиталь ремонттың сифатын күтәреүгә килгәндә, Башҡортостан Президенты был өлкәне тәртипкә килтерергә саҡырҙы:
- Был баҙарҙан эшләргә белмәгән, «ҡыйыш ҡуллыларҙы», аҡса урларға килгәндәрҙе сығарырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов ошо йүнәлеште һөҙөмтәле көйләү механизмы тип үҙәктән күсереүҙе һәм бергәләп финанслауҙы иҫәпләй. Ул капиталь ремонтты муниципалитеттар ҡарамағына ҡайтарыу мөмкинлеге биргән төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр әҙерләргә ҡушты.
- Глобаль эштән төп звеноны сығарыу дөрөҫ түгел, бергәләп финанслау мәсьәләләрен дә ҡарарға кәрәк. Был өлкәнән ситләшергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Төҙөкләндереү мәсьәләләрен үҙебеҙгә алырға тейешбеҙ, айырыуса «ҡыҙыл линияла» урынлашҡан йорттарҙы, – тине республика башлығы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика