Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
14:59 (UTC+5), 28 Ноября 2014

Шағир һәм журналист Венер Йәнбәков яҡты донъянан китте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостан әҙәбиәте һәм журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе – 77-се йәшендә республикала билдәле шағир һәм журналист Венер Әхмәт улы Йәнбәков вафат булды. Был ҡайғылы хәбәрҙе «Башинформ» агентлығына Венер Йәнбәковтың ағаһы, шулай уҡ шағир һәм журналист Рәмил Йәнбәков еткерҙе.
Венер Йәнбәков 1938 йылдың 14 сентябрендә Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Совет осоронда оҙаҡ йылдар «Башҡортостан пионеры» балалар журналында эшләй, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитендә, «Аманат» журналында. Журналистика менән бер рәттән Венер Йәнбәков әҙәби эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа, ул бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы.
Хеҙмәттәшебеҙ тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Венер Йәнбәков үҙенең бәләкәй ватанында, Күгәрсен районында ерләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика