Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-4 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2014, 12:17
Өфөлә UfaStartupWeekend проекты башлана
ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. 21-23 ноябрҙә Өфөлә эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙасаҡ. Улар «UfaStartupWeekend» программаһына берләштерелгән. «UfaStartupWeekend» эшҡыуарҙар аралашыу өсөн «эшсе ял көндәре» кеүек билдәләнә. Уны йыл һайын уҙғарыу күҙаллана.
Проектҡа «Хакатон төнө», «Тәжрибә көнө» һәм «Мөмкинлектәр көнө» блоктары инә.
«Хакатон төнө» программалау һәм дизайн марафонынан тора, уның маҡсаты – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «нулдән алып» эш прототипын булдырыу. «Тәжрибә көнө» — үҙ идеяларын бизнесҡа әйләндерә алған Рәсәйҙәге билдәге стартаперҙарҙың сығышы. «Мөмкинлектәр көнө» — бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү өсөн бөтә кәрәкле нәмә, шул иҫәптән профилле дәүләт органдары, фондтар, бизнес-инкубаторҙар тураһында хәбәр йыйылған мәғлүмәт майҙансығы.
Сара барышында эшҡыуарҙар 23 ноябрҙе Стартапер көнө итеп тәғәйенләү тураһында РФ Президентына мөрәжәғәт яҙасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт һәм программала ҡатнашыусыларҙы теркәү – рәсми
сайтта
.
Теги:
эшҡыуарлыҡ
проекттар
Читайте нас