Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
11:40 (UTC+5), 17 Ноябрь 2014

Өфө ҡыҙы Ирина Ғәлиханова – «Башҡортостан һылыуҡайы» гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсы Гран-прийын жюри ағзалары Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты студенты, 21 йәшлек Ирина Ғәлихановаға бирергә ҡарар итте, тип хәбәр итә бер төрлө аталған модель агентлығы. Еңеүсе 2015 йылда уҙасаҡ, «Miss Globe International» бөтә донъя гүзәллек конкурсында ҡатнашыуға 50 мең һумға, шулай уҡ Сваровски кристалдарынан эшләнгән тажға лайыҡ булды.
Башҡорт гүзәлдәре бәйгеһенең финалы үткән көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында уҙҙы. Унда 22 ҡыҙ ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә ҡыҙҙар үҙҙәренең гүзәллектәрен һәм һәләттәрен төрлө номинацияларҙа – визиткала, ижади конкурста, дефилела күрһәтте. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусының үҙе бешергән башҡорт ашамлығынан ауыҙ итергә мөмкин булды.
Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса беренсе вице-мисс исемен Сибайҙан 19 йәшлек Айгөл Сафина яуланы, икенсе вице-мисс — Өфө районынан 24 йәшлек Ангелина Гәрәева.
Конкурстың ойоштороусылары – Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «БР буйынса Рәсәй ирекмәндәре союзы» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы. Конкурс Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә уҙғарылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика