Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
10:19 (UTC+5), 24 Октября 2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» программаһы – «ТЭФИ-төбәк» финалсыһы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» («Физра. Спортблог спецкора») тигән программаһы «Спорт тураһында программа» номинацияһында «ТЭФИ-төбәк» төп телевизион премия финалсыһы булды.
Спорт блогы алып барыусыһы, махсус хәбәрсе Егор Антипин үҙен төрлө спорт төрҙәрендә самалап ҡарай, был тармаҡта яңы кеше ҡарашынан уларға баһа бирә, тарихҡа инеп китә, тулы экипировканың күпме тороуын, Өфөлә күнекмә базаларының ҡайҙа урынлашыуын асыҡлай. Бер үк ваҡытта ул тамашасыларҙы профессионалдар һәм яңы башлаусы спортсылар менән таныштыра. «Теләһә ҡайһы спорт төрөн, уға етди ҡарағанда, үҙләштерергә мөмкин», — тигән фекерҙә алып барыусы.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы матбуғат секретары Альбина Ғатауллина хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы программалары бер нимә наградаға лайыҡ булды. «Журналист булғым килә» программаһы (режиссер Адель Һунарғолова, сценарий авторы Элина Бәкирова) «Журналист һөнәре» VI Мәскәү халыҡ-ара телефестивалендә махсус дипломға лайыҡ булды. «Торнаҡай» документаль фильмы (режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина һәм Гөлшат Ғәлиуллина) «Минең ҙур илем» III Төбәк-ара телевизион фестивалендә номинант булды, шулай уҡ «Торнаҡай» — «Кунаки» Төньяҡ Кавказдың VIII асыҡ документаль кино һәм автор телетапшырыуҙары фестивале финалсыһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика