07:21 (UTC+5), 21 Октября 2014

Мәғариф – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының хеҙмәте түгел — дөйөм милләт милке

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы киңәйтелгән ултырышта Пензала, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында, уҙған Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Ил өсөн сифатлы белем биреү» форумы йомғаҡтарына фекер алышты.
- Форум Рәсәйҙең мәғариф системаһы өсөн кәрәкле ине, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйесе Эльвира Айытҡолова. — Һуңғы йылдарҙа был тармаҡты модернизациялауға федераль һәм төбәк бюджеттарынан, алдан бер ҡасан да йүнәлтелмәгән, ҙур күләмдәге саралар бүленә. Ҡеүәтле финанслауҙа, әлбиттә, ил мәғарифта сифатлы алға китеште көтә, әммә ниңәлер сифат йылдан-йыл түбәнәйә. Был кире пропорционаллек менән бәйле системаның мониторингы уҙғарылды. Әйтеп үтергә кәрәк, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты мәғлүмәттәре төбәктәрҙең башҡарма власы ебәргән отчет һөҙөмтәләре буйынса РФ Мәғариф министрлығы күрһәткән мәғлүмәттәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Отчеттар буйынса мәғариф системаһында барыһы ла яҡшы килеп сыға, ә ысынында иһә ғөмүмән икенсе хәлде күрәбеҙ. Шуға күрә беҙгә мәғариф системаһын яҡшыртыу буйынса эштең алгоритмын яҡшылап эшләргә кәрәк, ул аҙаҡтан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабына йүнәлтеләсәк.
Киңәйтелгән ултырышта Пензала уҙған форумда күтәрелгән бер нисә һорау ҡаралды: белем биреү киңлегенең берҙәмлеген тергеҙеү, уҡыу йорттарында отчет документ әйләнешен ҡыҫҡартыу, инженерҙар һәм педагогтар өсөн биш йыллыҡ специалитетҡа ҡайтыу, мәғариф идара итеү советтары өсөн методик кәңәштәр әҙерләү, коррекция мәктәптәрен бөтөрөү, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу, мәктәп һәм урындағы власть менән конструктив диалогтың әһәмиәте.
Мәғариф форумында ҡатнашыусы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары проблеманың илдең бөтә төбәктәрендә ла бер үк булыуын, Владимир Путин менән бергәләп уларҙы асыҡтан-асыҡ тикшереүҙәрен билдәләнеләр.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы вәкилдәре оҡшаш форумды республикала ла үткәреү фекере менән сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика