Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2014, 16:56

Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы эшләй башланы

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 21 октябрҙә Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында XIV Рәсәй энергетика форумы үҙ эшен башланы. Унда РФ, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең 120-нән ашыу энергетика тармағы эксперты ҡатнаша. Масштаблы осрашыуҙың маҡсаты – энергияны һаҡлау һәм «йәшел энергетика» кеүек көнүҙәк йүнәлештең һөҙөмтәлелеге өлкәһендә яңы проекттар әҙерләү. Бынан тыш, форум алдағы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә ойоштороласаҡ сараларҙың тәүгеһе, уның эшендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре ҡатнаша.
Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Форумды һәм күргәҙмәне рәсми рәүештә асыуҙа БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Башҡортостан башлығы үҙ сығышында билдәләүенсә, Рәсәй энергетика форумы энергетика комплекстары һәм тотош тармаҡ үҫешендә һөҙөмтәле, ысын хәл итеү саралары табыу буйынса мөһим майҙансыҡҡа әйләнергә тейеш.
- Республикала – ышаныслы, эре энергия системаһы, уның эше күбеһенсә дөйөм сәнәғәтебеҙҙең эшмәкәрлеген билдәләй. Өҫтәүенә тармаҡтың үҫешенә яңы ҡеүәттәр кәрәк. Энергия объекттары төбәгебеҙҙә барлыҡҡа килһен өсөн тырышып эшләргә тейешбеҙ. Бәләкәй йәки «йәшел» энергетика әлегә башланғыс хәлдә, уның үҫеше башлана ғына, был йүнәлешкә шулай уҡ ярҙам итеү талап ителә. Беҙ гидроэнергетика буйынса өс бәләкәй станцияға, 12 микро-ГЭС-ҡа эйә. Был өлкәне үҫтереү өсөн ресурстар һәм шарттар бар. 2019 йылға тиклем республикала дөйөм ҡеүәте 40 мегаватлы биш ҡояш электр станцияһы барлыҡҡа киләсәк, киләһе йыл уртаһында уларҙың иң эреһендә, Бүребайҙа, тәү сираттағыһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Туймазы районында 2001 йылдан алып иң ҡеүәтле ел станцияларының береһе эшләй. Республика шулай уҡ энергия алыуҙың башҡа альтернатив сығанаҡтары өҫтөндә эшләй, атап әйткәндә, малсылыҡ, үҫемлекселек ҡалдыҡтарын газ алыу сығанаҡтары сифатында ҡулланыу, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Форумдың эшлекле программаһында – энергетика проблемаларына һәм уларҙы хәл итеү ысулдарына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар, —«Предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр», «Яңыртыла торған энергия сығанаҡтары: ҡояш, ел һәм һыу», «Smart Grid – төп энергияны һаҡлау инструменты», панель дискуссиялар.
Дүрт көнлөк форум сиктәрендә докладтар менән тармаҡтың алдынғы эксперттары, федераль һәм төбәк закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре, алдынғы энергетика компаниялары етәкселәре сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ сараның һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында энергетика субъекттарына күмәртә баҙары механизмының тәьҫире, ҡулланыусыларҙың селтәрҙәргә тоташтырыу ваҡытына һәм хаҡына ҡануниәт талаптарын тәьмин итеү һәм төбәк энергетикаһы менән бәйле башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡуҙғатыласаҡ.
Тәүге тапҡыр форумдың программаһы тарафынан Дәүләт Думаһының Энергетика буйынса комитет рәйесе ҡарамағында консультация советының «Төбәк энергетикаһы проблемалары» күсмә киңәйтелгән эксперт секциялары ултырышы планлаштырылған.
«Энергияны һаҡлау. Электротехника. Кабель» һәм «ШОС энергетикаһы» махсуслаштырылған форум күргәҙмәләре сиктәрендә халыҡ-ара масштабындағы яңы ҡорамалдарҙы һәм технологияларҙы Рәсәйҙең 25 төбәгенән, Белоруссия, Германия, Австрия, Тайвань, Италия, Яңы Зеландия, Польша, Ирландия һәм Испания вәкиллектәренән һәм компания дилерҙарынан 150-нән ашыу предприятие тәҡдим итәсәк.
Башҡортостандан «Башэлектросервис», «Башҡортостан электротехник компанияһы», «Промтехресурсы», «АЙ-Энерджи», «Беннинг Пауэр Электроникс», «Теплоком-Өфө», «Энерготеплоучет» компаниялары ҡатнаша.
Рәсәй энергетика форумы һуңында резолюция ҡабул ителәсәк, унда Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәйҙә энергияны һаҡлауҙы үҫтереү буйынса пландар күрһәтеләсәк. Форум һәм уның сиктәрендә уҙғарылған саралар тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу һәм перспективалы проекттарҙы алға этәреү өсөн киң мөмкинлектәр бирә.
Читайте нас: