Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2014, 12:00

Рузалия Хисмәтуллина Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллинаны республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина 1954 йылдың 14 октябрендә Марый АССР-ының Моркин районында Комсомольск ҡалаһында тыуған, Ҡазан финанс-иҡтисади институтын тамамлаған.
1976 йылдан алып төбәктең финанс системаһында эшләй башлай. Иҡтисадсынан алып Башҡортостандың финанс министры вазифаһына тиклем хеҙмәт юлын үтә. БР атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
2013 йылдың 8 сентябрендә 47-се бер мандатлы Ермолаев һайлау округы буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутат итеп һайлана.
Читайте нас