ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡорт дәүләт филармонияһында XXIV Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Сергей Аксаков исемендәге конкурс лауреаттарына Өфө ҡала Советы премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән сәләмләү адресын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова уҡып ишеттерҙе. Ул Аксаков байрамы географияһының йылдан-йыл киңәйеүен һәм ҡатнашыусыларҙың артыуын билдәләне.
- Республика Хөкүмәте Сергей Аксаков исемендәге Йорт-музейҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн мөмкин тиклем барыһын да эшләй һәм эшләйәсәк. Яңарыҡ ҡына Өфөлә Софья аллеяһы һәм тағы ла күп кенә проекттар барлыҡҡа килде. Улар Сергей Аксаковтың исемен аңыбыҙҙа һәм күңелдәрҙә һаҡларға йоғонто яһай, — тине Лилиә Ғүмәрова.
Шулай уҡ байрам ҡунаҡтарын Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко сәләмләне.
- Был конкурсты Өфө ҡала Советы 1992 йылдан алып уҙғара. Уның 20 йылдан ашыу тарихы эсендә премия тураһында Положение бер нисә ҡабат яңынан ҡарала. Награданың статусы күтәрелде, аҡсалата бүләк арттырылды, номинацияларҙың теҙмәһе киңәйтелде. Былтыр, алдан төрлө кимәлдә ярышҡан, вуздар һәм колледждар студенттарын төрлө категориялар буйынса бүлдек, — тине ул.
Һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн» номинацияһында премияға Башҡорт дәүләт университеты магистранты Эльмира Ғимаева лайыҡ булды. Үҙенең ғилми етәксеһе, филология фәндәре кандидаты доцент Елена Евдокимованың етәкселегендә ҡыҙ «Башҡортостандың рус фольклорында С.Т. Аксаковтың «Урал казагы» балладаһы: текстың варианттары һәм уны фольклорлаштырыу» эшен башҡарған.
Шул уҡ номинацияла награда менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында бишенсе курста белем алыусы Екатерина Ключникова бүләкләнде. Ул «С.Т. Аксаковтың «Роза һәм бал ҡорто» мәҫәлен инглиз теленә тәржемә итеүҙә проблемалар» тикшеренеү эшен башҡарған. Үҙенең эшен студент филология фәндәре кандидаты доцент Елена Кислова етәкселегендә алып барған.
Киләһе премия «Практик өлкәләге иң яҡшы эш өсөн» номинацияһында бирелгән. Бында авторҙар коллективы – Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында бишенсе курста уҡып йөрөүсе Лиана Ғәлләмова һәм ошо уҡ факультет магистранты Илмира Камалованың эше айырылды. Улар «Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй Аксаков ҡулсаһында Байрамтау комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ проекты» эше өсөн бүләкләнде. Эште улар менән бергә шулай уҡ Софья Ғарипова башҡарған, ул бүләкләү тантанаһына килә алмаған, сөнки яңыраҡ М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингән. Тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһын ҡыҙҙар биология фәндәре кандидаты доцент Светлана Ғарипова һәм юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Элмира Харрасова етәкселегендә әҙерләгәндәр.
Ошо уҡ номинацияла премияны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы театр факультетының хореография бүлеге дүртенсе курс студенты Алина Мостаева Константин Аксаковтың «Болот» фантастик повесы буйынса «НЕБОльно. Вольно» һығылмалы эссе өсөн алды. Былтыр Алина «Алһыу сәскә. Сергей Аксаковтың «Алһыу сәскә» әкиәте темаһына фантазиялар» перформансы өсөн премия алғайны. Ул премияның егерме йылдан ашыу тарихы эсендә Аксаков әҫәрҙәренең образдарын сәхнәләштереүгә тотонған кешеләрҙең береһе. Ике йыл рәттән еңеү яуларға уға уның ғилми етәксеһе, филология фәндәре кандидаты доцент Элеонора Фәйзуллина һәм, актерҙар сифатында сығыш яһаған, академияның студенттары ярҙам иткән.
Урта махсус белем биреү йорттары араһында «Практик өлкәләге иң яҡшы эш өсөн» номинацияһында премияны Өфө сәнғәт училищеһы художество бүлегенең икенсе курс студенты Милослава Дымшаға тапшырҙылар. Милослава шулай уҡ награданы былтыр ҙа алды. Ул саҡта ҡыҙ конкурстың бөтә тарихында иң йәш лауреаттарҙың береһе булғайны. Быныһында ул жюри ағзалары хөкөмөнә «Аксаков Диме: йыл миҙгелдәре» график һәм һынлы сәнғәт эштәре серияһын тәҡдим итте һәм тағы ла бер ҡат Аксаков әҫәрҙәренең образдарына художестволы интерпретация биреүҙә уға тиңдәрҙең булмауын дәлилләне.
Бынан тыш, махсус премия менән конкурста ҡатнашыусыларҙың ғилми етәкселәренең береһе, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире Валентина Борисова бүләкләнде. Уның студенттары 2003 йылдан алып бер нисә ҡат Аксаков премияһы лауреаттары булды.
Байрамды бейеү коллективтарының, художество үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың концерт номерҙары дауам итте.