07:49 (UTC+5), 17 Сентября 2014

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсына 25 сентябрҙә йомғаҡ яһаясаҡтар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика профессиональ оҫталыҡ конкурсының финалы 25 сентябрҙә уҙасаҡ.
Конкурстың төп маҡсаты – эшсе профессияларҙың абруйын пропагандалау һәм күтәреү, Башҡортостан территорияһында ҡатнашыусыларҙың алдынғы тәжрибәләрен таратыу, эшсе һөнәрҙәр буйынса уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу өсөн йәштәрҙе йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеү.
Конкурс торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәренең профессиональ белемен һәм оҫталығын камиллаштырыуға, эшселәрҙең хеҙмәтенә һәм эшсе һөнәрҙәргә уҡытыуға ҡарата йәмғиәттең ыңғай фекерен булдырыуға йүнәлтелгән. Профессиональ ярышты БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәнең профессиональ союзы» йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғара. Конкурстың финал этаптарын үткәреү урындарының исемлеге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында яҙылған.
Еңеүселәрҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында (Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28) бүләкләйәсәктәр. Ярыштар иртәнге сәғәт 10-да башлана, киске сәғәт 5-тә – йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика