Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
03:45 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан һайлаусыларына ҙур ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов республика халҡына, берҙәм тауыш биреү көндө 14 сентябрҙә уҙған, һайлауҙарҙа, һайлау процесында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.
- Һайлауҙарға әүҙем йөрөү, һис шикһеҙ, бөгөн алған һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләне, — тине республика етәксеһе төбәктең алдынғы киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн ойошторолған брифингта.
Рөстәм Хәмитов ҙур эш атҡарған һәм граждандарҙы, һайлаусыларҙы эшләп килгән төбәк етәксеһе өсөн тауыш бирергә ышандыра алған үҙенең ышаныслы кешеләренә ҙур рәхмәтен белдерҙе. Республика етәксеһе һайлауҙарҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла, шул иҫәптән республика Президенты вазифаһына кандидаттарға ла рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
- Бөтәһе лә намыҫлы, асыҡ эшләне, беҙҙең арала бәхәстәр, кәрәкмәгән хәлде киҫкенләшеү осраҡтары булманы һәм шуға ла һайлауҙар тыныс, тура, лайыҡлы уҙҙы, — тип баһа бирҙе үткән кампанияға Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе йәмғиәттә төрлө ҡараштар булыуға, тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың 20 проценты тауыштарын башҡа кандидаттарға биреүҙәренә үҙенең аңлауын белдерҙе.
- Был бөтөнләй ғәҙәти күренеш һәм шулай булырға тейеш тә тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта, ул «һандарға ҡарап фекер йөрөткәндә һөҙөмтә яҡшы ғына», тип билдәләне.
- Тәү сиратта, минең өсөн тауыш биргән кешеләр алдында ҙур яуаплылыҡ тоям һәм алдан эшләп килгән эшемде шулай уҡ яуаплы, намыҫлы итеп дауам итәсәгемде аңлайым һәм, әлбиттә, кешеләрҙең ышаныстарын аҡларға тырышасаҡмын.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика