Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
90.63
+0.22
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2014, 11:59

Республика етәксеһе: «Бөтә мәғариф системаһы бер бөтөн кеүек эшләргә тейеш»

Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһының мәғариф буйынса август кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. Республика етәксеһенең уҡытыусылар менән осрашыуы 26 августа Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.
Ултырыш алдынан Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Орджоникидзе районында, сентябрҙә асыласаҡ, яңы 48-се балалар баҡсаһында булды. Уны 2013 йылдың октябрендә төҙөй башлайҙар. Бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә дөйөм майҙаны 5,7 мең квадрат метр тәшкил иткән бинаны һалалар. Мәктәпкәсә учреждениеның проект ҡеүәте – 216 урын (9 балалар төркөмө). Өфөлә 2014 йылда балалар баҡсаларында өҫтәмә 1400 урын индереү күҙаллана. 2010 йылдан алып ҡалала мәктәпкәсә учреждениеларға сират 17,5 меңдән 4,5 меңгә тиклем кәмене.
Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында Рөстәм Хәмитов мәғарифта заманса технологиялар күргәҙмәһен ҡараны. Бында электрон белем биреү элементтары, өҫтәмә белем биреү технологиялары, интерактив дидактик материалдар күрһәтелгән.
- Бындай эшлекле осрашыуҙарҙа тикшереүҙе талап иткән төп темаларҙы билдәләп үтергә теләйем. Минең ҡарашҡа, иң мөһиме – мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары, һөнәри техник мәғариф системаһы бер бөтөн кеүек эшләргә тейеш. Балалар баҡсаһынан алып университетҡа тиклем – ул бер сылбыр өлөштәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн юҡ. Балалар баҡсаһы, мәктәп, техникум, юғары уҡыу йорто бөтөнләй тарҡау эшләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бер-береһе менән бәйле булған ҡеүәтле белем биреү структуралары барлыҡҡа килһен, килешеп йәки бер программа буйынса эшләһен өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Был ҙур һорау, уға әлегә яуап юҡ. Һәр кем яңғыҙ иҫән ҡалырға, ағымдағы осорҙо нисек аңлауына ҡарата эшләргә тырыша. Ниндәй уҡыу йорто булмаһын, ул иң тәүҙә, белем базаһын булдырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта рухи базаны үҫтереүҙә артта ҡалыуыбыҙҙы күрәбеҙ. Йәмғиәтебеҙ нығыраҡ тарҡала. Әхлаҡи тәрбиә биреү бурысы, һис шикһеҙ, эшмәкәрлегебеҙҙең иң мөһим йүнәлеше булып ҡала.
Үткән көндәрҙә Хөкүмәттәге хеҙмәттәштәрем менән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәтебеҙгә интеграциялауы тураһында документаль фильм ҡараным. Улар үҙҙәренә ҡарата айырыуса мөнәсәбәтте талап итмәй. Донъяның бөтә рәхәтлектәре менән тәү сиратта физик торош сәбәпле тулыһынса файҙалана алмаһалар ҙа, улар үҙҙәрен ябай кешеләр кеүек хис итә (һәм дөрөҫ эшләйҙәр ҙә). Мине бына нимә хайран ҡалдырҙы. Тренер (фильмда) фитнес-үҙәктә инвалидтарҙың шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне. Уларға ҡарап шөғөлләнергә килеүселәрҙең бер өлөшө үҙҙәренә: «Улар эшләй алғанда, минең дә хәлемдән килә. Мин спорт менән шөғөлләнеүҙә булған бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тейеш», тиҙәр. Әммә уларҙың ҙур өлөшө унда инвалидтарҙың шөғөлләнеүенә күрә был спорт клубына йөрөүҙәрен туҡтатҡан. Кешеләрҙең торошо бына ниндәй. Ул дөйөм алғанда мәктәп эшенең, йәмғиәттең һәм властың сей эше. Белем бирербеҙ, балаларға ҡабатлау таблицаһын өйрәтербеҙ. Әммә әхлаҡи белем биреү бөгөн бөтөнләй икенсе ҡарашты талап итә. Иң ҙур ауырлыҡты ошо өлөштә кисерәбеҙ.
Автор:ИА «Башинформ»
Читайте нас: