Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2014, 10:47

Рөстәм Хәмитов Мәләүез районында «Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмәлә булды

10 июлдә Рөстәм Хәмитов Мәләүез районына эш сәфәре барышында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урыуҙы ойоштороу буйынса «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, БР Хөкүмәте, республиканың ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, фермерҙар, ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереүселәр ҡатнашты.
Ергән ауылы эргәһендә күрһәтеү майҙансығында Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән мөрәжәғәт итте, шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәт стендтарын ҡараны.
- Ошондай уҡ байрамда – Илеш районында «Баҫыу көнө»ндә – осрашҡандан һуң тағы ла бер йыл уҙҙы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер беҙ һеҙҙең менән Мәләүез ерендә. Бер яҡтан ваҡыттың нисек тиҙ уҙғанын аңлайһың, ә икенсе яҡтан ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙҙе күрәһең.
Беҙ алға барабыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ бар, тәбиғи көстәр, һауа-торошоноң уңайһыҙлыҡтары менән көрәшәбеҙ. Шуның менән бергә беҙҙең агросәнәғәт комплексының көсө үҫешә. Һуңғы йылдарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ асыҡтан-асыҡ күренә. Биш йыл уңайһыҙ шарттар, ҡоролоҡ, ә һөҙөмтә күренеп тора. Продукция, аҙыҡ-түлек, яңы төҙөлөштәр, яңы ҡаҙаныштар бар. Техника һатып алабыҙ, яңы технологияларҙы үҙләштерәбеҙ, яңы белгестәребеҙ барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла беҙҙең ауыл хужалығын көслөрәк итә, — тине республика башлығы.
- Бөгөн беренсе өлөшө, асыу – өс көн дауам итәсәк ҙур эштең башы. Йола яҡшы. «Баҫыу көнө» кәрәкле семинар, тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңы һөнәри белем алыу өсөн уңайлы майҙансыҡ. Был беҙгә яңы стимул һәм перспективалар бирә. Күргәҙмәлелек өсөн 50 йыл элек ниндәй техникала эшләгәндәрен күрһәттеләр. Кешеләр ул саҡта йөҙөшәр мең гектар күтәргән, уларҙы эшкәрткән һәм уңыш алған. Һәм бөгөнгө техника.
Беҙҙең насар эшләргә хоҡуғыбыҙ юҡ. Яҡшы эшләйбеҙ һәм артабан да шулай буласаҡ. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Уңыштар, яҡшы һәм бай эстәлекле көн һеҙгә! — тип теләне Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе шулай уҡ баҫыу һаҡлау һыҙаттарын яңыртыу программаһы, «2014-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мелиорацияны үҫтереү» программаһы менән танышты, ауыл хужалығы һәм янғын һүндереү техникаһын ҡараны, күрһәтеү майҙансыҡтарында ҡара бойҙай, көнбағыш, ҡуҙаҡлы, иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренең торошо менән танышты.
Салауат исемендәге колхоз ауыл хужалығы етештереү кооперативында семинар-кәңәшмә ҡатнашыусылары киптергесе булған яңы иген таҙартыу комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ул өс ай эсендә төҙөлгән, капитал һалыуҙар 11,4 миллион һум тәшкил иткән. Өҫтәүенә был сығымдарҙың (4,2 миллион һум) 36 проценты республика бюджетынан субсидия рәшеүендә тәьмин ителгән, хужалыҡ үҙе 7,2 миллион һум өҫтәгән.
«Бындай агрегаттарға сиратҡа яҙылырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп. — Һәр эре хужалыҡта бындай агрегаттың булыуы зарур. Ә районда – тиҫтәләгәндән. Был агроетештереүгә бөтөнләй яңы ҡараш».
Шул уҡ хужалыҡтың һөт-тауар фермаһында Рөстәм Хәмитов, алдан ташландыҡ ферманан «500 ферма» программаһы буйынса яңыртылған, малсылыҡ биналарын ҡараны, йәш һыйыр малын аҫрау өсөн тент конструкцияһынан яңы каркаслы биналар төҙөлөшөн тикшерҙе.
Мәләүез ҡалаһының «Шәкәр заводы» биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов капиталь реконструкциянан һуң асылған балалар баҡсаһын һәм 250 уҡыусыға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны. Уҡытыусылар коллективы менән аралашып, республика башлығы, мәғариф – республика үҫешенең төп өҫтөнлөктәре иҫәбендә, тип билдәләне.
- Мәктәптәр төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эш республикала дауам ителәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Президентының майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләгәндә, республика етәксеһе, Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы 23 мең һум тәшкил итә, тип билдәләне.
- Уртаса эш хаҡы – ул дауахана буйынса уртаса температура кеүек, уны мин аңлайым. Шартлыса, уның 10 меңдән алып 30 меңгә тиклем булыуы мөмкин, ә уртаса 20 мең килеп сыға. Беҙ, әлбиттә, түбәнге планканы күтәрергә теләйбеҙ. Квалификацияға, тәжрибәгә, белемгә, ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләргә ҡушып премиялар бирелһен һәм яҡшы эш хаҡы алһын өсөн, — тине Рөстәм Хәмитов.
Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында Рөстәм Хәмитов семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышын үткәрҙе.
- Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, бөгөн беҙ агросәнәғәт комплексындаға эштәрҙең торошон тикшерәбеҙ. Агросәнәғәт, агрохужалыҡ, аграр тема даими контролде һәм иғтибарҙы талап итә. Эрнст Фәрит улының (Э.Ф.Исаев – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары), уның хеҙмәттәштәренең, ауыл хужалығы министрлығының, һеҙҙең эшегеҙҙән гел генә йыйылышып, даими фекер алышып, тәжрибә менән уртаҡлашыуығыҙҙы, кемдең нисек эшләгәнен ҡарағанығыҙҙы, позитив нәмәләр эҙләп уларҙы бөртөкләп табыуығыҙҙы күреп торам. Был бөтөнләй дөрөҫ. Сөнки ауыл хужалығы – ул нигеҙле тармаҡ. Унда бөтә нәмә төҙөлә. Ауыл хужалығынан сығып башҡа бөтә пландар ҙа тиерлек формалаша, — тип билдәләне төбәк башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың сығышының тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: