Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:59 (UTC+5), 23 Июня 2014

Илдар Бикбаев Башҡортостан Президенты һайлауҙарына «Рәсәй патриоттарынан» кандидат итеп күрһәтелде

Ғәлиә Нәбиева
«Рәсәй патриоттары» Илдар Бикбаевты ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтте. Ҡарар йәкшәмбе, 22 июндә, сәйәси партияның Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡабул ителде. 42 делегат берҙәм тауыш менән Илдар Бикбаевты һайланы. Тауыш биреү йәшерен рәүештә уҙҙы. Кандидатты партияның сәйәси советы ла хупланы. Конференцияла «Рәсәй патриоттары» лидеры Геннадий Семигиндың ҡултамғаһы ҡуйылған тейешле ҡарарҙы уҡып ишеттерҙеләр.
- Һайлау алды кампанияһының төп йүнәлеше – хәҙер «Рәсәй патриоттары» алып барған йүнәлеш, — тип һөйләне Илдар Бикбаев. — Нигеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» ҙә, «Рәсәй патриоттары» ла Халыҡ фронты тарафынан ойошторолған, улар бергә бара. Мин тап «Рәсәй патриоттарын» һайланым, сөнки улар халыҡҡа яҡыныраҡ һәм ысын күңелдән тауыш бирә тип иҫәпләйем.
Илдар Бикбаев ябай булмаған һайлауҙарға әҙер булыуын билдәләне.
- Ғүмеремдә күп нәмәләр булды, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар алда әле, әммә беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ. Минең девиз: «Ҡыйын мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итәбеҙ, мөмкин булмағандарҙы – бер аҙ һуңыраҡ». Шуға күрә һайлау алды көрәше ауырлыҡтарында мәсьәләләр күрмәйем.
Илдар Бикбаев муниципаль фильтрҙан үтеүенә һәм муниципаль район һәм ҡала округтарында депутаттарҙың етерлек ҡултамғаларын йыйыуға ышана.
- Урындағы кимәлдә «Рәсәй патриоттары» вәкилдәре булған депутаттар аҙҙан түгел, уларҙың ярҙамына ышанам, — тип билдәләне БР Президентына кандидат.
Партияның һайлауҙарҙа ҡатнашыуы менән бәйле мәсьәләләр буйынса һайлау берләшмәһенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Заһир Хәкимов тәғәйенләнде. Конференцияла шулай уҡ һайлау документтарында ҡулланыу өсөн партияның ҡыҫҡа атамаһы һәм, 2014 йылдың майында ҡабул ителгән, һайлау берләшмәһенең яңы эблемаһы раҫланды.
Партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов кандидатты күрһәтеү буйынса бөтә документтар пакетын Үҙәк һайлау комиссияһына киләһе аҙнала тапшырыласағын һөйләне.
Белешмә. Илдар Зиннур улы Бикбаев 1959 йылда Иглин районының Урман ҡасабаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфөнөң һығылмалы валдар заводында башлай. Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтын тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтында, Мәскәү медицина стоматология институтында, Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1986–2013 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт иткән.
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы, «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә эйә. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы составына ике тапҡыр һайланған. Башҡортостан Республикаһының Эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды советы рәйесе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика