10:50 (UTC+5), 10 Июня 2014

Бөгөнгө көнгә республикала 130 меңдән ашыу бала ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта

Эльмира Сабирова
Төрлө ял, сәләмәтләндереү һәм мәшғүллек формалары менән бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 130 меңдән ашыу бала һәм үҫмер йәлеп ителгән.
БР Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге әйҙеүсе белгес-эксперты Вәсилә Ибраһимованың әйтеүе буйынса, уҡыусылар өсөн көндөҙ йөрөй торған 1300-ҙән ашыу үҙәк асылған.
- Бөгөн уларға 90 мең бала йөрөй. Бындай ял итеү төрө менән һәр ғаилә файҙалана ала, сөнки уның өсөн түләргә кәрәкмәй, ә ике йәки өс тапҡыр туҡландырыу республика бюджеты иҫәбенә ойошторола, — тип аңлатты Вәсилә Ибраһимова. — Ата-әсәләргә тик ял итеү программаларына ғына аҡса бүлергә тура киләсәк. Мәктәп лагерында тәҡдим ителгән күңел асыу саралары араһында – театрҙарға, кинотеатрҙарға, музейҙарға, боулингка, паркка барыу. Шулай уҡ төрлө конкурстар, спорт һәм интеллектуаль уйындар ойошторола.
Сменаның дауамлығы – 21 көн.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта үҙ ишектәрен ҡала ситендәге 36 лагерь асты. Унда ете меңгә тиклем бала ял итә ала. 15 июнгә тиклем бөтә 95-ен дә асыу планлаштырыла. Йәй эсендә унда 45 мең уҡыусы ял итәсәк.
32 шифаханала өс меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай дауалана. 500 хеҙмәт һәм ял итеү лагерында 15 меңдән ашыу уҡыусы мәшғүл.
Бынан тыш, Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының 11 уҡыусыһы Ҡырымдың боронғо ынйыһы үҙәгендә – Евпатория ҡалаһында «Фемида» шифахана-курорт дауалау үҙәгендә ял итә һәм сәләмәтлектәрен нығыта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика