11:31 (UTC+5), 06 Июнь 2014

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ҡырым абитуриенттары өсөн бюджет урындар алды

Эльмира Сабирова
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы федераль бюджет иҫәбенә Ҡырым сығарылыш уҡыусыларын уҡытыуға контроль ҡабул итеү һандарын раҫланы. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары кеүек, Мәғариф һәм фән министрлығы өҫтәмә бюджет урындары бүлгән Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инде.
- Башҡорт дәүләт педагогия университетына инеүсе Ҡырым абитуриенттары 18 бюджет урынға дәғүә итә ала, уларҙың туғыҙы – бакалавриат программалары буйынса, тағы ла шул тиклеме – магистратура программалары буйынса, — тип аңлатты Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Михайлова.
Башҡа вуздар буйынса контроль һандарҙы ҡабул итеү комиссияларында белергә мөмкин.
Башҡортостан абитуриенттары өсөн бюджет урындар иҫәбе һаҡланасаҡ, тип билдәләнеләр БР Мәғариф министрлығында. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда бюджетҡа 10 317 кеше инә аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика