Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың
указына ярашлы, «Һабантуй» халыҡ байрамы 2014 йылда республиканың 54 районында һәм туғыҙ ҡалаһында уҙасаҡ.
31 майҙа һабантуйҙар туғыҙ районда – Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федровка, Хәйбулла һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк.
6 июндә байрам эстафетаһын Йылайыр районы ҡабул итәсәк.
31 район – Әбйәлил, Архангель, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнарен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә, Шаран, Яңауыл һәм Күмертау ҡалаһы «һабан байрамын» 7 июндә билдәләйәсәк.
12 июндә һабантуй һигеҙ районда – Баймаҡ, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм өс ҡалала – Өфөлә, Ағиҙелдә һәм Октябрьскийҙа уҙасаҡ.
14 июндә байрам Мишкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында, 5 июлдә Салауат районында ойошторола.
10 августа һабантуйҙы Межгорье, 30 августа Нефтекама, 6 сентябрҙә Салауат һәм 11 октябрҙә Сибай байрам итәсәк.
Указға ярашлы профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға Һабантуйҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыу буйынса
йөкләмәләр бирелгән.