Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
05:52 (UTC+5), 23 Май 2014

Күк йөҙөндә Урал батыр исемле яңы йондоҙ барлыҡҡа килде

Ләйлә Аралбаева
Халыҡ-ара күк йөҙө есемдәре каталогында Пегас йондоҙлоғондағы йондоҙға «Урал батыр» исемен биреү тураһында яҙыу индерелгән. Теркәү тураһында мәғлүмәттәр «Роскосмос» матбуғат баҫмаһында баҫылған.
Милли эпос геройы исемен күк йөҙө есеменә биреү инициативаһы менән Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге сығыш яһаны.
Сертификатҡа башҡорт, рус һәм инглиз телендә башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк яҙылған:
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда һәм Учалыла бер үк ваҡытта башҡорт халыҡ эпосына арналған флешмоб үтте. Бының тураһында алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәрендә хәбәр ителгәйне.
- Сертификат тап беҙ акцияны үткәргән көндә бирелде, халыҡ беҙҙе дәррәү күтәрҙе, был бик символиклы, — тип шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты флешмобты ойоштороусыларҙың береһе, шағирә Лариса Абдуллина. — Хәҙер Урал батырыбыҙ Күктә лә атта саба, сөнки ул пар ҡанатлы Пегас аты йондоҙлоғонда!
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика